Ҡәләмле сәләм. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ҡәләмле сәләм


    
Бағышлауым яҙам ҡәләм менән,
Затлы ҡара тапмағандан түгел –
Төҫ юйылыр, ҡәләм эҙе ҡалыр,
Йән йөрөшөн һаҡлар һәр бер бөгөл.
Ҡалыр тик йөй – ҡайҙа тигеҙ генә,
Ҡайҙа яра кеүек тәрән ыҙан,
Телдәремдә тыйып тотҡанымдың
Ҡәләм менән һыҙмаларын һыҙам,
Эстән һыҙам.
Йәшерелгән йөҙ һүҙ бер һүҙемә,
Ҡәләм иһә бирмәй алдашырға.
Ысыҡ ҡына кеүек тәгәрәп төшөр
Уйҙарым да тап ҡалдыра шуға.
Сәләм яҙған ҡәләмемдең эҙе –
Күр, хәнйәр ҙә һәм ҡалҡан да үҙе:
Серҙәремде асып йә фаш ҡылыр,
Йә йәшерер әрнеүҙәрем эҙен.
Тик уҡый бел яҙмай яҙылғанды,
Ишетә бел әйтмәй әйтелгәнде,
Йәнем!


2012